«ШОҢҠАР» журналы
@shonkarrbДинамика подписчиков
Последние записи
Радий Хәбиров мәҙәниәт министрының ҡулға алыныуына үҙ фекерен белдерҙе "Ауыр һәм аңлашылмаған хәл", - тине төбәк етәксеһе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡованың ҡулға алыныуына комментарий бирҙе. – Әминә Ивний ҡыҙын бик намыҫлы кеше һәм яҡшы министр тип иҫәпләйем, – тине Радий Хәбиров. – Ул 2012 йылдан алып эшләй. 14 йыл эшләү – мәҙәниәтебеҙҙең, уның институттарының, мәҙәниәт инфраструктураһының сәскә атҡан осоро, был – уның мәҙәниәт министры вазифаһында башҡарған ғәйәт ҙур хеҙмәте. Радий Хәбиров бәлиғ булмаған балалы ҡатын-ҡыҙға һәм әсәгә ҡарата ҡулға алыу сараһын һайлауға бәйле хәлде үтә ауыр һәм аңлайышһыҙ тип атаны. – Минең өсөн был бик ауыр, аңлайышһыҙ хәл. Мин һәр саҡ, тәфтиш комитеты тикшерер, ә суд ҡарар сығарыр, тимен, ләкин бәлиғ булмаған балаһы булған ҡатынға ҡарата ни өсөн ҡулға алыу сараһын һайлауҙарын аңламайым, – тип билдәләне республика етәксеһе. Республика Башлығы хөкүмәттең беренсе вице-премьеры Урал Килсенбаевтан министр вазифаһын башҡарыусы кандидатураһы буйынса тәҡдимдәр индереүҙе һораны. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 19 февралдә Мәскәүҙең Басман районы суды Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡованы 17 апрелгә тиклем һаҡ аҫтына алды. Ул аҡса туҙҙырыуҙа һәм айырыуса ҙур күләмдә ришүәт алыуҙа ғәйепләнә. https://bash.bashinform.r
Открыть в MaxӨфөлә был дәүләттең Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш Һәм Тулы хоҡуҡлы Илсеһе Дәүләтшо Ғолмахмадзода етәкселегендәге Тажикстан делегацияһы эшләй. Радий Хәбиров менән осрашыуҙа иҡтисадта, гуманитар һәм социаль өлкәләрҙә хеҙмәттәшлекте нығытыу мөмкинлектәре тикшерелде. Тажикстанда алып барылған төп проекттарҙың береһе – Дүшәнбелә берлектәге Индустриаль парк. Былтыр уны төҙөү тураһында инвестиция килешеүенә ҡул ҡуйылғайны.
Открыть в MaxБашҡорт егете - Рәсәй Геройы! 23 февралдә Кремлдә илдең Оборона министрлығы һәм Росгвардия хәрбиҙәренә Рәсәй Федерацияһы дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһы булды. 23 февралдә Кремлдә илдең Оборона министрлығы һәм Росгвардия хәрбиҙәренә Рәсәй Федерацияһы дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһы булды. – Ватанды һаҡлаусылар көнө – һуңғы йылдарҙа айырыуса ғорурлыҡ һәм рәхмәт хисе менән билдәләгән байрам менән ҡотлайым! – тип мөрәжәғәт итте Рәсәй Президенты Владимир Путин. – Үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, илебеҙгә, халҡыбыҙға оло һөйөү тойғоһо менән махсус хәрби операцияла хәрби бурысын үтәгән, сиктәребеҙҙе һаҡлаған һәр кемде ҡотлайым! Рәсәй үҙенең киләсәге, бойондороҡһоҙлоғо һәм ғәҙеллек өсөн көрәшә. Алғы һыҙыҡта – көслө, ҡыйыу, ҡаһарман кешеләр – Хәрби Көстәр һалдаттары һәм офицерҙары, Милли гвардия ғәскәрҙәре яугирҙәре, Эске эштәр министрлығы, махсус хеҙмәттәр һәм подразделениелар хеҙмәткәрҙәре. Бөгөн Кремлгә йыйылған кешеләр ҙур тәжрибәгә эйә профессионалдар ғына түгел. Улар - махсус хәрби операция башланғандан алып һалдаттары менән яуҙа булған, ҡатмарлы һынауҙарҙы бергә үткән командирҙар. Ныҡлы рухи принциптары, идеалдары булған кешеләр, Рәсәйҙең илһөйәрҙәре. Юғары дәүләт наградалары һәм тәү сиратта – Геройҙарҙың "Алтын Йондоҙо" – һеҙҙең ҡаҙаныштарығыҙҙың билдәһе. Тантанала бүләкләнгәндәр араһында яҡташыбыҙ, Салауат районында тыуып үҫкән Вәсил Ямалетдинов та булды. Ил Президенты уға “Алтын йондоҙ” тапшырҙы. Рәсәй Федерацияһы Геройы Вәсил Ямалетдинов – Көнсығыш хәрби округы 5-се дөйөм ғәскәр армияһы 60-сы мотоуҡсылар бригадаһы мотоуҡсылар батальонының рота командиры. Уның командалығында Алыҫ Көнсығыш бригадаһы штурмлау ротаһы яугирҙәре, иң тәүгеләрҙән булып тораҡты штурмлап, Еңеүгә юл ярып, Гуляй-полеға барып инде. Геройҙың тамырҙары – Салауат районынан. Уның атаһы Камил Ямалетдинов - Әлкә ауылынан, ә әсәһе – Башҡорт Илсекәйенән. “Катав” 9-сы класҡа тиклем үҙҙәрендәге мәктәптә уҡыған, артабан Ҡытаутамаҡ механика техникумында белем алған. Бәләкәйҙән спорт, айырыуса бокс менән шөғөлләнгән. “Катав” Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт иткән, унда Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөгән. Шунда уҡ ғаилә ҡорған, ҡыҙы бар. Яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ, уны юғары наградаһы менән ҡотлайбыҙ!
Открыть в MaxУның нәҫелен алты балаһы дауам итә Әбйәлил районы батыры Илдар Рәшит улы Камалов МХО-ла башын һала. Бөгөнгө көндә уның нәҫеленең дауамы итеп, ҡатыны Регина, алты баланы тәрбиәләй. Яңғыҙ әсәнең тылдағы батырлығын да бер ниндәй ҙә үлсәүҙәр менән билдәләп булмайҙыр. Фото интернеттан алынды.
Открыть в MaxБПЛА операторы "Альбатрос" разведка үткәрә һәм подразделениеларҙың эшенә төҙәтмәләр индерә. «Альбатрос» һүҙҙәренсә, фронттағы дрондар һөжүмдәрҙең һөҙөмтәлелеген арттыра, оборонаны көсәйтә һәм хеҙмәтте хәүефһеҙерәк итә. БПЛА операторының эше иғтибарҙы һәм аныҡлыҡты талап итә, тип билдәләй яугир. - Эшемдең һөҙөмтәһен, дошмандың юҡ ителгән техникаһын күреп, был һөнәрҙең ни тиклем мөһим булыуын аңлайым. Технологиялар менән дуҫ һәм яҡшы моторикаға эйә булғандар һөнәрҙе тиҙерәк үҙләштерә», — ти «Альбатрос» БПЛА подразделениелары сафында хеҙмәт менән ҡыҙыҡһынған башҡа мөһим мәғлүмәтте башбат.рф сайтында, шулай уҡ +79649567541, +79608057576 телефондары буйынса белешергә мөмкин.
Открыть в MaxСовет районында йәнә авария Өфө ҡалаһының Совет районында йәнә авария. Хәйер, бында йәшәгән халыҡ тубыҡтан ҡар кисергә, айҙар дауамында асфальт уртаһынан аҡҡан һыуҙан йөрөргә күнегеп бөткән инде. Бөгөн төндә йәнә авария. Йылы һәм йылы һыу юҡ. Ярай ҙа көндәр йылы тора. Әлегә авария ҡайҙа булғанлығы асыҡланған һәм төшкә тиклем проблема хәл ителәсәк, тиҙәр. Фото интернеттан алынды.
Открыть в Max«Радий» позывнойлы яугир «Радий» позывнойлы яугир МХО-ға 2022 йылдың сентябрендә мобилизациялана һәм шунан бирле 3,5 йыл дауамында үҙ бурысын намыҫлы үтәй. – Хәҙерге һуғыш яугирҙың яңы төрөн барлыҡҡа килтерҙе, һәм бөгөн БПЛА операторҙары айырыуса мөһим роль уйнай, – ти "Радий". Үҙенең отпускыһында «Радий» шулай уҡ дрондар менән идара итеү буйынса уҡыу үтте. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, хәҙер пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәренә йыйыу бара. Тулыраҡ мәғлүмәт өсөн телефон: 8 (962) 522-71-50.
Открыть в MaxПилотһыҙ осоу аппараттары өсөн полигон булдырыла Проект Өфөнән Сибайға тиклем 35 мең квадрат километр биләмәлә инфраструктура, ултыртыу майҙансыҡтары һәм дронопорттар булдырыуҙы күҙ уңында тота. «Пилотһыҙ берләштерелгән технологиялар» автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһында профилле төбәк ғилми-производство үҙәген йыһазландырыу планлаштырыла. Белем биреү үҙәге булдырыласаҡ, унда яңы белем биреү программалары, кадрҙар әҙерләнәсәк, ярыштар үткәреләсәк, шулай уҡ махсус операция ветерандарын гражданлыҡ һөнәрҙәренә ҡайтанан уҡытыу ҡаралған. Был йүнәлештәге эштәргә килгәндә, төбәктә министрлыҡтар, ведомстволар, предприятиелар һәм юғары уҡыу йорттары ҡатнашлығында БАС дирекцияһы булдырылған. Башҡортостан ил субъекттарының «дронофикация» рейтингында өс лидер иҫәбенә ингән. Бынан тыш, республика Рәсәйҙә пилотһыҙ аппараттарҙы ауыл хужалығында ҡулланыу методикаһын раҫлаған беренсе төбәк. Әлегә башҡа төбәктәрҙә бындай документтар ҡабул ителмәгән.
Открыть в MaxҺыйлы көнөң - һыйырҙа "Һәр кемдең үҙ рецебы барҙыр инде. Мин тәүге ике һауындыҡынан ҡоймайым. Ыуыҙ ҡоймағы өсөн он, тоҙ, саҡ ҡына шәкәр, аш содаһы ҡушам. Оҙағыраҡ көтөргә ваҡыт булһа, саҡ ҡына сөпрә лә һалам. Яңы һауған һөттө яйлап ҡоя-ҡоя ҡоймаҡ туғыйым, йомортҡа һалмайым. Әҙер булғас бер ярты сәғәт ял иттерәм. Әҙ генә үҫемлек майы ҡушып, ҡоя башлайым. Әгәр тәүге ауыҙҙан ҡойорға уйлаһағыҙ, яртылаш йылы һыу менән аралаштырығыҙ, сөнки тәүге ауыҙҙан, ҡоймаҡ ҡаты була", - тип үҙенең рецебы менән бүлешә бер төркөмдәшебеҙ. Ә һеҙҙең ыуыҙ ҡоймағы өсөн айырым рецебығыҙ бармы? Быйыл ыуыҙҙан ҡойолған ҡоймаҡтан ауыҙ иттегеҙме? Һүрәттә: Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылы ҡыҙы Әҙилә Буранбаева.
Открыть в Max"Мисс Башҡортостан -2026" республика матурлыҡ конкурсына ғаризалар ҡабул ителә Өфөлә XII «Мисс Башҡортостан -2026» республика матурлыҡ конкурсында ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә башланы. Унда һомғол буйлы, кейәүгә сыҡмаған 15-25 йәшлек ҡыҙҙар саҡырыла. Конкурста ҡатнашыусылар өсөн оҫталыҡ дәрестәре, фотоға һәм видеоға төшөү, экскурсиялар ойошторола. Конкурс ҙур финал шоуы менән тамамлана. Еңеүселәр Башҡортостан исеменән халыҡ-ара һәм ил кимәлендәге матурлыҡ конкурстарында ҡатнаша. Ғаризалар 8 (919) 157-65-43 номеры буйынса ҡабул ителә. Фото: матбуғат хеҙмәте / конкурс красоты
Открыть в Max