Maxometer
← Вернуться к рейтингу

МОАУ Башкирская гимназия-интернат им.М.С.Буракаевой

@id222004380_gos
Подписчики
206
Рост за 24ч
Рост за 7д
Рост за 30д

Динамика подписчиков

Недостаточно данных. Статистика появится после нескольких циклов сбора.

Последние записи

26.02.2026, 09:46

Профориентация в действии: встреча с преподавателями УУНиТ (Кумертау) На базе ИСШ №2 прошло увлекательное и полезное мероприятие для обучающихся 9-11 классов. К нам в гости приехали преподаватели из филиала колледжа Уфимского университета науки и технологий (г. Кумертау)! Гости подготовили для наших старшеклассников насыщенную программу мастер-классов, где каждый смог попробовать себя в роли инженера, проектировщика и IT-специалиста: 🔹 «Сборка и настройка гексакоптера» 🔹 «Основы монтажа интеллектуальных систем освещения» 🔹 «Точка взлета» 🔹 «Креативное прототипирование» 🔹 «Алгебра логики в решении прикладных задач» Помимо практики, ребята получили ценную информацию о поступлении, специальностях и перспективах обучения в колледже УУНиТ. Благодарим преподавателей за интересные мастер-классы и надеемся на дальнейшее сотрудничество! #Профориентация #УУНиТ #Билетвбудущее #БудущееЗаНами #МастерКласс

Открыть в Max
26.02.2026, 09:46

[Вложение без текста]

Открыть в Max
26.02.2026, 09:44

Бөгөн М.С. Бураҡаева исемендәге Башҡорт гимназия-интернатында 23 февраль- Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған башланғыс класс уҡыусылары араһында "Йәгеҙ әле, егеттәр!" спорт ярышы үтте. Ярышта командалар үҙ-ара берҙәмлектә, көслөлөктә, сослоҡта, оҫталыҡта ярыштылар. Етеҙлектә, көс-дәрттә, ныҡышмалылыҡта һынау тотҡан был малайҙар киләсәктә Ватаныбыҙҙың лайыҡлы һаҡсылары булыр.

Открыть в Max
26.02.2026, 09:42

⭐💫🪖Сегодня, 23 февраля, обучающиеся 9а класса с классным руководителем Саптаровой Л. Г. приняли участие в торжественном митинге, посвящённом Дню Защитника Отечества 🇷🇺🇷🇺🇷🇺 #ПатриотыРоссии #ДеньЗащитникаОтечества #БГИ

Открыть в Max
19.02.2026, 10:51

💫Бөгөн Мәрйәм Бураҡаева исемендәге Башҡорт гимназия-интернатында 5-11 класс уҡыусылары араһында Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған сафта йөрөү һәм йыр смотры конкурсы уҙҙы. ✨Һәр кластың отряды сафта йөрөү сығышын әҙерләгән ине. Ул тышҡы ҡиәфәт, сафтағы тәртип, рапорт тапшырыу, боролоштар яһау, сафта атлау, йыр башҡарыу күрһәткестәре буйынса баһаланды. Сара барышында уҡыусылар берҙәмлек, татыулыҡ, тәртип, бер төптән эш итеү кеүек төшөнсәләрҙең асылына төшөндөләр. 💫Байрам атмосфераһын мәртәбәле ҡунаҡтар үҙҙәренең йылы теләктәре менән тағы ла күтәрҙеләр.Ә бәләкәй дуҫтарыбыҙҙың матур йырҙары һәм бейеүҙәре был сараға айырыуса йәм өҫтәне. 💯 Ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт! Һеҙ-илебеҙ киләсәге! ⚡Фотоларҙы түбәндәге һылтанма буйынса ҡарарға мөмкин. https://vk.ru/album-224256762_310037535

Открыть в Max
18.02.2026, 05:09

💫16 февраль көнө гимназияның  8-се а класынан Исмәғилева Гүзәл, Юланов Асҡар етәкселәре – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Исмәғилева Гөлбаныу Ирек ҡыҙы менән бергә  Өфө ҡалаһына юлландылар. Был көндө  Зәйнәб Биишева исемендәге 140-сы башҡорт гимназияһында “Зәйнәб Биишеваның тормошо һәм ижады” темаһына XIII республика ижади проекттар конкурсы үтте.  Гүзәл менән Асҡар был конкурстың  “Беҙ төҙөйбөҙ тормош – ысын кеше  Ысын бәхет менән йәшәр тип...” номинацияһында  үҙҙәренең проекттарын яҡланылар. Уҡыусыларыбыҙҙың тормошто үҙҙәренең  оло хеҙмәте менән күркәмләндереп, йәмләп, байытып  йәшәүсе яҡын кешеләренә арналған эштәре  лайыҡлы баһа  алды. Юланов Асҡар – I дәрәжә, ә Исмәғилева Гүзәл III дәрәжә Дипломға һәм ҡиммәтле бүләктәргә эйә булдылар. Уҡыусыларыбыҙҙы һәм уларҙың етәксеһе Исмәғилева Гөлбаныу Ирек ҡыҙын ошо юғары уңыштары менән ихлас ҡотлайбыҙ! Был еңеүҙәр артында оло хеҙмәт ята! Афариндар!💯👏👍    💫Ошонда  уҡ  “Был көн миңә һәр саҡ йыр кеүек, йәшлегемә илткән юл кеүек...”  темаһына уҡытыусылар өсөн ойошторолған онлайн конкурста II дәрәжә Дипломға лайыҡ булған тәрбиәсе Дәүләтбаҡова Зәйтүнә Имәнғол ҡыҙын  да ихлас   ҡотлап, артабан да  яңы үрҙәр, яңынан-яңы еңеүҙәр  теләп ҡалабыҙ!💐💐💐

Открыть в Max
18.02.2026, 05:08

17.02.2026, 12:51

💫Стәрлетамаҡ ҡалаһының Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияһында «XVII Кейекбаев уҡыуҙары» республика фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте. Ғалимдарҙы, йәш быуын күңеленә тел , милләт ҡәҙерен һалыусы уҡытыусыларҙы, студенттарҙы, яңы ҡәләм тирбәтә башлаған уҡыусыларҙы туплаған был оло конференция тел һәм рух байрамы булды. 💫Күренекле ғалим Жәлил Кейекбаевтың башҡорт теленең бөйөклөгөн, байлығын, көсөн сағылдырған оло хеҙмәттәрен, сағыу ижадын, төрки халыҡтарының әҙәбиәтен, мәҙәниәтен, тарихын өйрәнеү менән бергә, конференцияла фән юлына тәүге аҙымдарын яһаусы йәштәрҙең тикшеренеү эштәре, ижад емештәре баһаланды. 💫Иң яҡшы ғилми- тикшеренеү, ижади һәм методик эштәр Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән Министрлығы дипломдары менән бүләкләнде. 💫Мәрйәм Бураҡаева исемендәге Башҡорт гимназия-интернатының 8-се "А" класс уҡыусыһы Рәйлә Ишарина (етәксеһе Нурия Мөхтәр ҡыҙы Ҡунысбаева) был мәртәбәле конференцияла 2-се урынға лайыҡ булды. Ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңыштар юлдаш булһын! #Кейекбаевуҡыуҙары #БГИимМСБуракаевой

Открыть в Max
17.02.2026, 12:51

💫«Рәсәй саңғы юлы - 2026» ✨“Дуҫлыҡ” паркында спорт сараһы - «Рәсәй саңғы юлы - 2026» Бөтә Рәсәй күмәк ярышы уҙҙы. 1982 йылдан алып уҙғарылған ярыштар яңынан саңғы спортын яратыусыларҙы берләштерҙе һәм ысын сәләмәтлек, рух көсө һәм берҙәмлек байрамына әүерелде. Ярыштар программаһында мәктәп уҡыусылары, ауыл биләмәләре, район ойошмалары һәм спорт һөйөүселәр командалары ҡатнашты. Беҙҙең уҡыусыларыбыҙ ҙа был саранан ситтә ҡалманы һәм гимназия иҫәбенә бик күп призлы урындар алып ҡайттылар. ✨15-17 йәштәге егеттәр араһында • Мусин Мансур-III урын🥉 15-17 йәштәге ҡыҙҙар араһында • Хәсәнова Алһыу-I урын🥇 12-14 йәштәге егеттәр араһында • Аҙнабаев Данияр- I урын🥇 • Ҡолтаев Тимербулат-II урын🥈 • Йәғәфәров Вадим –III урын🥉 12-14 йәштәге ҡыҙҙар араһында • Сыңғыҙова Мәҙинә –I урын🥇 • Уркинбаева Гөлнар-II урын🥈 • Искәнйәрова Яҙгөл-III урын🥉 9-11 йәштәге егеттәр араһында • Хисамутдин Даян –I урын🥇 • Фәйзуллин Сынтимер – III урын🥉 9-11 йәштәге ҡыҙҙар араһында • Ваһапова Гөлиә-III урын🥉 Афариндар!!!👏👏👏 💫 Саңғы ярышында урын алған уҡыусыларҙы һәм етәксеһе Хәсәнов Йәғәфәр Йәдкәр улын ҡотлайбыҙ! Артабан да һеҙгә уңыштар!!!

Открыть в Max
16.02.2026, 10:25

15 февраль уҡыусылар өсөн "Һаман һыҙлай Афған яраһы" исемле батырлыҡ сәғәте үтте. Китапханасы Земфира Мухаметовна алыҫ Афған ерендә ғүмерҙәре өҙөлөп, мәнге йәш булып ҡалған һалдаттар, ул дәһшәтле көндәрҙең шаһиты булып йәшәүе иҫәндәр хаҡында, һәләк булыусылар тураһында мәғлүмәт бирҙе. #Афған #Афганистан #МОАУБашкирскаягимназияисянгулово

Открыть в Max
Обновлено: 26.02.2026, 13:47:29 | Замеров: 1